Первый слайд презентации: Портфолио VII Всероссийский конкурс «Женщина – мать наци» номинация «Педагог»
VII Б өтә Рәсәй « Ҡатын – ҡыҙ – милләт әсәһе» бәйгеһе « Педагог» номинацияһы
Слайд 2: Ҡатын – ҡыҙ – милләт әсәһе - 2023» «Педагог» номинацияһы
Мәмбәтҡолова гөлсөм ҡәҙим ҡыҙы Волга буйы федераль округыныҢ РƏсƏй геройы А.В. Доставалов исемендƏге дƏYлƏт бюджет дƟЙƟм белем биреY учреждение h ы Баш k орт КАДЕТ корпусы Ишембай kалаhы
Слайд 3: Т амырҙарым тыуған төйәгемдә»
Тыумышым менән Федоровка районы Ашҡаҙар йылғаһы буйында урынлашҡан данлыҡлы Бала Сытырман ауылынанмын. Ауылыбыҙҙың тарихы бороңғо һәм бик бай. Минең алтынсы быуын олатайым Мәмбәтҡол Иҫәнғолов, 1800 йылдар башында ауылда биш йыллыҡ мәҙрәсә һәм мәсет төҙөүгә һәм асыуға рәхсәт ҡағыҙы ала. М әсеттә имам - хатип, мәҙрәсәлә 40 йылдан артыҡ мөхтәсип һәм мөдәррис була. Үҙе мәрхүм булғандан һуң эшен оло улы ( минең олатайымдың олатаһы ) Мәмбәтҡолов Ғөзәйер дауам итә. XIX быуат урталарында мәҙрәсәлә егерменән артыҡ шәкерт белем ала. 1879 йылда Ғөзәйер хәҙрәттең улы (минен олатайымдың атаһы) Фәхретдин Мәмбәтҡолов имтихан тапшырып, мәсеткә имам – хатип, мәҙрәсәгә мөғәлим булып тәғәйенләнә. Ул 1911 йылға тиклем ошо эште башҡара. Фәхретдин хәҙрәт мәрхүм булғандан һуң, уның ағаһының улы (минең олатайымдың ике туған ағаһы ) Мәмбәтҡолов Сабит ауыл йыйыны менән мәсеткә имам – хатип, мәҙрәсәгә мөғәлим итеп һайлап ҡуйыла. Ул 1919 йылға тиклем эшләй. Тормоштар үҙгәреп китә.
Слайд 4: Беҙҙең ғаилә. Олатайым
Минең олатайым Мәмбәтҡолов Бирғәли Фәхретдин улы 1895 йылда тыуған. Бала Сытырман биш йыллыҡ мәҙрәсәһендә уҡығандан һуң данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһен тамамлай. 1914 йылғы Беренсе Донъя һуғышына алына, унда ул сотник итеп тәғәйенләнә. « Тимер Георгий кресы » миҙалы менән бүләкләнә. 1917 йылда ҡайтып, иптәше, эскадрилья командиры Вәлишин Ғәббәстең һеңлеһе Наҡия Сәхиулла ҡыҙына өйләнә. Граждандар һуғышында Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә. Һуғыш барышында РКП (б) партияһына инә. 1920 йылда ауылға ҡайта. Олатайымды ауылдың беренсе ауыл советы рәйесе итеп халыҡ һайлап ҡуя. Колхоздар төҙөлә башлағас, ауылда беренсе колхоз рәйесе итеп һайлана. Потребсоюздар барлыҡҡа килгәс, беренсе потребсоюз рәйесе итеп тәғәйенләнә. Ауылда май заводы төҙөлә һәм шунда уны беренсе етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Олатайым һуғышта хлор газы менән ағыуланған була, тын юлдары зарарлана, шул ауырыу уны 30-сы йылдар аҙағында түшәккә йыға. 1943 йылда март айында мәрхүм була.
Слайд 5: Беҙҙең ғаилә. Атайым. Әсәйем
Атайым Мәмбәтҡолов Ҡәҙим Бирғәли улы 1927 йылда тыуған. Уның үҫмер һәм йәшлек йылдары ауыр һуғыш ваҡытына тура килә. Бала Сытырман ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. 14 йәшенән колхозға эшкә төшә. 1942 йылда райондан 5 егетте, шул иҫәптән минең атайымды Мораҡ машина-трактор станцияһына комбайнсылар курсына уҡырға ебәрәләр. Шул көндән алып 1990 йылға тиклем тәүҙә колхозда, шунан Пугачев совхозы барлыҡҡа килгәс, совхозда 48 йыл алдынғы игенсе булып эшләй. Атайымдың 6 миҙалы бар. «Мулла балаһы» тип, урындағы партия етәкселәре «Ленин» ордены биреүгә ҡаршы төшәләр. Атайым көнъяҡ райондарҙа бил бирмәҫ көрәшсе булды. Олоғая тәшкәс, һабан туйҙарҙа иң ғәҙел судья ине. Әсәйем күрше Һәйет ауылынан Мәүлетова Мәүлиҙә Мәхиән ҡыҙы. ( Мәхиән олатайым шулай уҡ бил бирмәҫ һабантуй батыры булған.) Әсәйем бар ғүмерен балаларын тәрбиәләүгә, үҫтереүгә бөтә көсөн һалды. Башҡорт ҡатын - ҡыҙҙарына хас сифаттар барыһы ла әсәйемдә ине. Ул сая, үткер телле, алсаҡ күңелле, бер кемдән дә ҡурҡмаҫ, шул уҡ ваҡытта баҫалҡы, сабыр, эшсән, уңған, түҙемле кеше ине. Хаҡлы ялға сыҡҡансы совхоздың алдынғы сөгөлдөрсөләр звеноһын етәкләне.
Слайд 6: Беҙҙең ғаилә һәм беҙ
Йырҙа йырлағандай : « Беҙ әсәйҙең биш балаһы үҫтек...». Һәр кемебеҙ был донъяла үҙ урынын тапты. Оло ағайым Булат юғары белемле инженер-электрик булды. Совхоз таралғас, беренселәрҙән булып фермер хужалығын етәкләне. Икенсе ағайым Марат ауылда совхозда эшләне. Ике ағайым да һабан туйҙарҙа, Республика ярыштарында бил бирмәҫ көрәшсе булдылар. Оло ағайымдың улы Баязит туғаныбыҙ, аграр унивеситет тамамлап, тыуған ауылда атай - олатайҙар нигеҙен һаҡлап, уларҙың юлын- ер эшен дауам итте. Оло апайым Ғәлимә Ҡәҙим ҡызы- врач - офтальмохирург, медицина фәндәре кандидаты, ваҡытында Өфөлә ҙур клиниканы етәкләне, һаулыҡ һаҡлау министрлығында эшләне. Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн « Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы », « Башҡортостандың атҡаҙанған табибы » исемдәренә лайыҡ булды. Ҡыҙы, Гөлнур туғаным, табиб - косметолог, медицина фәндәре кандидаты. Икенсе апайым Венера Ҡәҙим ҡыҙы- табиб - офтальмолог, табиб-эксперт булып эшләне. Республика эксперт комиссияһын оҙаҡ йылдар етәкләп хаҡлы ялға сыҡты. Улы, Ҡәҙим туғаным, медицина университетында уҡып йөрөй.
Слайд 7: Үҙем тураһында
...Бына шулай, тамырҙарым ныҡ, ғаиләм- ҡәлғәм... Бала Сытырман мәктәбен тамамлағас, бер йыл Федоровка районының бөтөп барған Ивановка ауылында башланғыс кластар уҡыттым. Был ауылда күбеһе ҡаҙаҡ халҡы йәшәй ине. Дүрт бала уҡый - дүртеһе лә ҡаҙаҡ милләтенән. Шаяртып шул йылдарҙа : « Ҡайҙа эшләйһең ?» - тип һораһалар, «Мин башҡорт халҡының б өйөк мәғрифәтселәре кеүек ҡаҙаҡ бабалары уҡытам », - ти торғайным. Әйкәнем алдыма килде - инде 40 йыл мәғариф өлкәһенең төрлө тармағынды эшләргә тура килде. Стәлетамаҡ педагогия институтының филология факультетының башҡорт – рус бүлеген тамамлап, районыбыҙҙың Златоуст, Оло Сытырман ауылдарында уҡыттым. Тыуған ауылымда өс йыл эшләнем. Ошо йылдарҙа аулымдың йәштәре менән бихисап ойоштороу саралары үткәрҙек. Башҡорт йәштәре иттифағы ойоштороп, беренсе рәйесе итеп һайландым. “Йәштәр һабантуйы”, “Киске аулаҡ“ кеүек саралар менән райондың башҡорт ауылдары буйлап йөрөп сыҡтыҡ. Онотолмаҫ мәлдәр... 1993 йылда тормошҡа сыҡтым, Ишембай ҡалаһының мәктәптәрендә рус теле, башҡорт теле, Башҡортостан мәҙәниәте фәндәрен уҡыттым. Тормош иптәшем Ғилемдар Фәрүәз улы, шулай уҡ уҡытыусы30 йыл инде хеҙмәт, рәсем,черчение дәрестәрен уҡыта. « Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. 1995 йылда Өфөлә Башҡортостан энциклопедияһында фәнни редактор булып эшләнем. Мәктәп, балалар барыбер үҙенә тартты. Өфө районының Нижегородка ауылында, районда тәүгеләрҙән булып, башҡорт теле укыта башланым. Ун йыл эшләү дәүерендә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, Өфө районының Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе эштәрен башҡарҙым. Шул йылдарҙа «Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашып, финалға үттем. 2007 йылда Ишембайға кире ҡайтып, мәғәриф бүлегендә мәғлүмәт-методик бүлеге мөдире, баш инспектор булып эшләнем. Ошо йылдарҙа « Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү өлкәһенең маҡтаулы эшмәкәре » исеменә лайыҡ булдым.
Слайд 8: Тормошомдоң өр яңы бите асылды
2016 йылда Мәғариф министрлығы тәҡдиме менән Башҡорт кадет корпусына уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып күстем. Бында эшләү дәүеремдә кадет корпусы уҡыуҙа: берҙәм дәүләт имтихандарында, уҡыусылар олимпиадаларында, фәнни - эҙләнеү конкурстарында, спорт, хәрби ярыш төрҙәрендә Башҡортостанда ғына түгел, Волга буйы федераль округында юғары урындар яулауға ирештек.. Ошо йылдарҙа кадет корпусы уҡытыусылары, һөнәри конкурстарҙа ҡатнашып, юғары баһалар алды. Уҡыткан предметым - « Рәсәй халыҡтарының рухи, әхлаки, мәҙәни нигеҙҙәре ». Уҡыусылырыма күберәк башҡорт халҡының рухи, мәҙәни, тарихи булмышын асырға тырышам. Предметым буйынса олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, кадеттар менән юғары урындар яулайбыҙ. 2019 йылда башҡорт теле уҡытыусыларының Беренсе съезында Республика башлығы Р.Ф.Хабиров « Башҡотостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы » тигән юғары награда тапшырҙы.
Слайд 9: Башҡорт кадет корпусы
Слайд 10
Һөнәри кредо: «Белемемде арттырыу, тулыландырыу, заман менән бергә атлау!» Үҙемә ҡуйған талаптарым : «Балаларҙы ярат, аңла, яҡын ҡабул ит, ярҙам ҡулы һуҙ, хәҙерге заманда юғалып ҡалмаҫлыҡ егеттәр тәрбиәлә!» Минең эшемә ҡарата төп шартым: « Я уаплылыҡтан ҡурҡма, һәр ваҡыт эҙлән, төшөнкөлөккә бирелмә, килеп сыҡҡан ауырлыҡтарҙы еңер өсөн яңы юлдар эҙлә !» М ин һөнәри бурысымды ошондай итеп күрәм ! Минең тормош девизым- «Ал да, нур сәс халҡыңа ! »
Последний слайд презентации: Портфолио VII Всероссийский конкурс «Женщина – мать наци» номинация «Педагог»
Мостай Кәрим Өс мөғжизә мине әсир алды — Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше. Өс сер мине уйға, шомға һалды — Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше. Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға. Төбө күренер бына асылыр ҙа. Ҡатын кеше генә Асылмаҫ сер, Тылсым булып ҡалыр асылында.