Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке — презентация
logo
Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке   Собханғол   урта   дөйөм   белем   биреү   мәктәбенең   Ғәлиәкбәр   филиалы Тема:
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Проект етәксеһе: Аллабирҙин Дамир Зиннәт улы – Бөрйән районының тыуған яҡты өйрәнеүселәр ойошмаһы рәйесе.   Редакция коллегияһы: Шәрипов Р. Б. – Бөрйән
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Географик атамалар — тыуған еребеҙҙең йөҙәр генә түгел, ә күп меңәр йылдар буйы быуындан быуынға, телдән телгә тапшырыла килгән хәтер хазинаһы. Был байлыҡты
  • Ҡаһарманлыҡҡа тиң Ер-атамалары фәнни телдә топономика тип атала. Икенсе төрлө әйткәндә, “ерҙең хәтер китабы”. Ысынлап та шулай икән? Исемдәрҙе былай ғына
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
  • Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке
1/24

Слайд 2

Д.З. Аллабирҙин Х.А. Алллабирҙина Бөрйәнем – йәнтөйәгем Райондың ер-һыу атамалары

Изображение слайда

Слайд 4

Бында-Бөрйән! Әле уҡылмаған эпопея һәр бер һуҡмағы. “Экзотика” тимә шул тарихты, Булдыра алһаң, уҡы туҡталып! (Самат Ғәбиҙуллин). Был китапта Бөрйән районының ауылдар биләмәләренең ер-һыу атамалары – ғәйәт киң төбәктә барған тарихи ваҡиғалар: ауыл, утар, йәйләү, ҡышлау, көҙләү урындары, тау, йылға, шишмә, уйһыулыҡ, болон, ялан, туғай, урман, сабын исемдәре бирелеп, онотола барған атамаларҙың бер өлөшө генә яҙылған. Уларҙы һанай китһәң бик күптәр, том-том китап сығарырлыҡ. Китап тарихи факттарға, быға тиклем баҫылып сыҡҡан һәм архив материалдарына, информаторҙар мәғлүмәттәренә нигеҙләнгән. Уның фәнни – танып белеү, тәрбиәүи әһәмиәте бар. Китап киң ҡатлам уҡыусыларға, тыуған яҡ тарихы мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнгән. Күсереп баҫҡанда китапҡа һылтаныу мотлаҡ.

Изображение слайда

Слайд 5

Районыбыҙҙың ер-һыу атамаларының тарихы тураһында китап сығарыу өсөн материалдар туплау һәр ҡайһыбыҙҙың намыҫ эше. Айһылыу Ғарифуллина. Бөрйән иле Бишек яһай, әйҙә маһай, Бөрйән иле - үрсер ил. Ауыл һайын туйҙар бара, Ышанмаһаң – күрсе кил. Билен бөгөп бармаһа ла, Бөрйән бит ул - бөтмәҫ ил. Үҙенән ҙур хыялы бар, Хыялы ил – үлмәҫ ил. Ирек Кинйәбулатов.

Изображение слайда

Слайд 8

Мәсем, Баҙал тауҙары Иртәнсәккәй тороп юлға сыҡтым, Һаҡмар буйы йоморо юл менән. Килә торғас йырҙап әйҙем, Етмеш ике төрлө уй менән. Һаңдуғасҡай һайрай үҙ еребеҙҙә, Беҙ йөрөйбөҙ кеше илендә. Аҡ йомортҡа кеүек тәгәрләтеп, Ризыҡ йөрөтә беҙҙе күп илгә. Мәсем менән Баҙал бейегенән, Күренеп кенә ята күп ерҙәр, Ашап ҡына эсмәй, уйнап-көлмәй, Үкенеп кенә йөрөй күп ирҙәр. Мәсем менән Баҙал артынан, Дөһөрләтеп киттек мал менән, Сәскә кеүек үткән ғүмерҙәрҙе Аңғартайыҡ һеҙгә йыр менән. Мәсемдәргә сығып йәйләгәндә Малға рәхәт күләгә саңдары, Йәмлә халыҡҡа ишетелгән Беҙҙең Баҙал дандары. Мәсем менән Баҙал сәскәһе, Хушбуйҙарҙан еҫте еҫтерә. Көндөҙҙәрҙә мәжлес ҡорорҙар ине, Уйын-көлкө булды кистәре. Бәйгеләрҙә тотоп сабырҙар ине Мәсем өҫтәрендә ат менән. Мәсемдәргә сығып йәйләгәндә Күрешәләр ине ят менән. Бөрйән районы, Иҫке Мөсәт ауылы 74   йәшлек Ғүмәрова Рәбиғанан 1957   йылдың 12   авгусында БДУ‑ның III  курс студенты Сәғитов Мөхтәр яҙып алған.

Изображение слайда

Слайд 9

Авторҙан Һеҙ ҡулға алған китап Бөрйән районы биләмәләрендәге ер-һыу атамалары һәм уларҙың барлыҡҡа килеү тарихы тураһындағы легендаларҙы һәм һүрәтләмәләрҙе үҙ эсенә ала. Бөрйән иле – сал тарихлы ил. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары ошо гүзәл төбәктә һаҡланып ҡалған. Бөрйәнде күрмәгән – Башҡортостанды белмәгән, тиҙәр. Бөрйән – бик боронғо ер. Уның боронғолоғон башҡорт халҡының мәшһүр “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Бабсаҡ менән Күҫәк” эпостары дәлилләй. «Бөрйән – ул Башҡортостандың йөҙөк ҡашы», – тигән Әхмәтзәки Вәлид­и. Ҡайҙа аяҡ баҫма, Бөрйәндең һәр ташы, һәр һуҡмағы, гүйә, тарих һөйләй. Тыуған төйәгебеҙҙәге атамаларҙы һаҡлау, уларҙың тарихтарын белеү, беҙҙең рухи мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Исем – атамаларҙа тыуған еребеҙҙең тарихы йәшәй, улар изге ҡомартҡы. Ә был ҡомартҡыларҙы киләһе быуындарға тапшырыу беҙҙең ҡулда. Кеше исемдәре бирелгән урындар шул кешеләргә тере һәйкәл булып, уларҙың абруйын күтәрә, нәҫел – нәсәбенә мәртәбә. Йәшәгән еребеҙҙең гүзәл тәбиғәтен тәләф итмәй һаҡлау, уны артабан байытыу, тағы ла күркәмләндереү эштәрен башҡарыу менән бер рәттән, ер-һыу атамаларының легендаларын да юғалтмай быуындан-быуынға тапшырыу фарыз.

Изображение слайда

Слайд 10

Бөрйәндең һәр ташы, һәр һуҡмағы тарих һөйләй Гүзәллектәр иле - Бөрйән ере Бөрйән топонимикаһы һәм ауыл урамдары үҙенсәлектәре Бында – Бөрйән! Әле уҡылмаған Эпопея һәр бер һуҡмағы. Тыуған төйәгебеҙҙең ғәжәйеп гүзәл булыуы барыбыҙға ла мәғлүм. Ҡайҙа баҡма, урман да тау Бөрйәндә. Бер яҡтан бейек-бейек ҡаялар менән кәртәләнгән Ағиҙел, башҡа тарафтарҙа – тауҙар, тауҙар… Һәр ауылдың үҙенә генә хас булған ғөрөф-ғәҙәттәре, шул ерҙә генә ҡуллана торған һүҙҙәре һәм бай тарихы бар.   Бөрйән районының төп байлығы – тау, урман, тәбиғәт, матурлыҡ, хозурлыҡ. Бында һәр   ағас, һәр таш, һәр ҡая тарих һөйләй. Шүлгәнташ мәмерйәһе, Инсебикә ҡаяһы, Йылҡысыҡҡан күле…

Изображение слайда

Слайд 11

Йыр һүҙҙәре менән әйткәндә,   «хайран ҡалып ошо гүзәллеккә, донъяларҙы онотоп йөрөрлөк». Юҡҡа ғына Мостай Кәрим Бөрйәнде икенсе Швейцарияға тиңләүселәргә: «Мин күп ерҙәрҙе күргән, күп илдәрҙе гиҙгән кешемен. Бөрйән - икенсе Швейцария түгел, Швейцария – икенсе Бөрйән!» - тимәгәндер. Мең йылдарҙы һалып баш аҫтына, Тарих серем итә Шүлгәндә… Бында һәр бер үлән, һәр бер ағас Моң сығара, барып ҡағылһаң… Атам-әсәм һиндә ғүмер иткән Сал Уралым, йәмле Ағиҙел. Онотмабыҙ һине бер ваҡытта Тыуған ауылым, тыуған еребеҙ. Мөғжизәләр иле – Бөрйәнем Бөрйән иле – сал тарихлы ил. Бөрйән районы, БР‑ҙың көньяҡ-көнсығышында, Башҡортостан (Көньяҡ)   Уралының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Бөрйән — таулы район. Алыҫ дәүерҙәрҙә ырыу бейҙәрен буйһондороп йәшәгән Мәсем хан исемен алған Мәсем тауы – иң бейек түбәле мәғрур тау. Мәсем тауының иң юғары ҡаяһы Ҡыҙҙар тауы. Ҡоҙған ҡаяһы ла был тауҙа урынлашҡан. Баҙал, Башарт, Мәсем, Ураҙы, Ҡалыу, Ҡыраҡа, Юрматау, Атайсал, Ҡурыуҙы, Аҡбейек, Әрҙәкле, Ҡаншал, Ҡыҙҙар тауҙары райондың даны булып тора. (Әб­делмәмбәт ауылы (Ҡыпсаҡ) яғындағы мөһабәт тауҙар).

Изображение слайда

Слайд 12

Ағиҙел (йылға ) - Ағиҙел, Башҡортостандағы иң ҙур йылға һәм төп һыу юлы. Кама йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. Уралтау итәгенән башлана. Оҙонлоғо — 1420 км, бассейнының майҙаны — 141900 кв. км. Көмөштәй аҡ был йылға Ирәмәлтау тирәһенән баш ала. Белорет, Бөрйән ерҙәренән Урал тауҙары, ҡаялар араһынан аға. Уң ҡушылдығы Нөгөштө юлдаш итеп китә биргәс, иркен туғайлыҡтарға барып сығыр ерҙәрҙә үҙәне яйлап киңәйә. Боронғо төрки халыҡтарында Иҙел «һыу, йылға» тигәнде аңлата. Ағиҙелдең русса «Белая» тигән аты башҡортсанан туры күсермә: 1627 йылда сыҡҡан «Ҙур һыҙма китабы»нда һәм башҡа тарихи яҙмаларҙа Ағиҙел «Белая Воложка» тип атала. Урал тауҙары. Урал, Европа менән Азия сиктәрендә яткан таулы физик-географик ил, меридиональ йүнәлештә Кар диңгеҙенән Ҡазағстан далаларына тиклем һуҙылған ер. Оҙонлоғо 2000 км. Киңлеге 40-60 км, урыны менән 100 км-га етә. Мәсем   - Бөрйән районында   урынлашҡан   Көньяҡ Уралдың   тау массивы. Бейеклеге 1040,3 м. 1000 метрға еткән Көньяҡ Уралдың көньяҡ сигендәге тау һырты, Бөрйән районының иң бейек нөктәһе. Мәсем “Аҡбуҙат”   эпосының персонажы. Эпоста ырыуҙарҙы берләштереүсе һәм беренсе дәүләтселеккә нигеҙ һалыусы Мәсем хан исеме лә Бөрйән еренә береккән. Алда әйтелеүенсә, райондың иң бейек тауы Мәсем - уның исеме менән йөрөтөлә. Былтыр Урал ағай Иманғолов, ҡайныһы Заһит Ишдәүләтов һөйләп ҡалдырған легенда буйынса, Мәсем тауы башындағы ялпаҡҡаяны, ул ҡәлғәне лә хәтерләтеп ҡуя, Хандың зыяраты тип алып барып күрһәткән. Ҡыҙҙар тауы – Бөрйән районында   урынлашҡан   Көньяҡ Уралдың тау массивы. Бейеклеге 1040,3 м. 1000 метрға еткән Көньяҡ Уралдың көньяҡ сигендәге тау һырты, Бөрйән районының иң бейек нөктәһе. Мәсем тауының тау сусағы 20*6 м, тау һыртынан бейеклеге 8 м ҡалҡып сығып, өҫтө йәйелеп өҫтәлдәй тигеҙ урын. Мәсем тауы йәйләүҙәрҙәренә күскән урындарҙан ҡыҙҙар йыйылып ошо тау ҡаяһына менеп төрлө уйын уйнар булғандар. Таш мәсет - Бөрйән районында   урынлашҡан   Көньяҡ Уралдың   тау массивы. Бейеклеге 1040,3 м. 1000 метрға еткән, Көньяҡ Уралдың көньяҡ сигендәге тау һырты, Бөрйән районының иң бейек нөктәһе. Ҡыҙҙар тауының көньяғынан 30 м алыҫлыҡтағы, ергә һеңеп ҡалҡып торған тәбиғи ай формаһындағы таштар, был урынға тирә яҡ йәйләүҙәрҙән ураҙа айҙарында аят, доға ҡылған урын. Ошондай урын Үрге Нөгөш ауылының көнбайыш-төньяғында 6 саҡрым, Ғәлиәкбәр ауылының көнбайышында 16 саҡрым алыҫлыҡта ла бар. Йәй осоро йәйләүҙәрҙән, сабынлыҡтарҙан ураҙа айҙарында халыҡ йыйылып Таш мәсеттә табынған урын. Шүлгәнташ мәмерйәһе. Еребеҙҙең күкрәге киң: баһалап бөткөһөҙ хазиналар, беҙгә билдәле булмаған әллә күпме серле урындар, тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлай ул үҙендә. Бынан меңәр йылдар элек таш быуаты дәүеренән, боронғо рәссамдарҙың төшөргән һүрәттәре, бөгөнгәсә юғалтыуһыҙ һаҡланған Бөрйән районында урынлашҡан Шүлгәнташ мәмерйәһе лә, тәбиғәттең ғәжәйеп күренеше, ҡабатланмаҫ мөғжизәһе. Был ғәйәт ҙур бушлыҡ, ҡасандыр тәүтормош кешеләренең изге табыныр урындары булған. Ҡөҙрәтле ташкеләт, уларҙы дошмандарынан, һыуыҡтан һаҡлаған. Археологик эҙләнеү эштәре алып барылыу һөҙөмтәһендә, бында радиоуглерод ысулы менән усаҡтарҙың 14 - 15 мең йылдар элек күмерләнеп янып ятҡанлығы асыҡланған. Ер аҫты донъяһының һәм төпһөҙ бушлыҡтарҙың, беҙгә асылмаған байтаҡ серҙәре барҙыр әле. Шуның өсөн дә, ул бөгөн ғалимдарҙың, иғтибар үҙәгендә. Йылҡысыҡҡан күле. Легендаларҙың бер варианты буйын­са, үҫәргән ырыуы кешеһе беҙҙең яҡҡа мал урларға килә. Ҡайт­ҡас, урлап тапҡан малының сығышын ошолай аңлата: “Күл тирәләй йөрөгәндә эт эйәрткән бер кеше килеп сыҡты ла ни эшләүем менән ҡыҙыҡ­һынды. Мин был яҡҡа кейек ауларға килеүемде әйткәс, ул: “Һин, егет, ҡош-ҡортҡа зыян итмә, ҡайтып кит. Бының өсөн күп мал бирәм, тик артыңа әйләнеп ҡарама”, – тине. Шунан миңә ат бирҙе лә атланып сабырға ҡушты. Шау-шыу ишетеп, мин артҡа боролоп ҡараным. Шул ваҡыт малдың күлдән сыҡмағаны кире сумды, ҡороға сыҡҡандары эйәрҙе”. Ысынында иһә, малдар урланған булһа ла, егет һөйләгән версия буйын­са, күлгә Йылҡысыҡҡан тигән исем йәбешеп ҡала.

Изображение слайда

Слайд 13

Урал тауы

Изображение слайда

Слайд 14

Изображение слайда

Слайд 15

Нөгөш йылғаһы

Изображение слайда

Слайд 16

Изображение слайда

Слайд 17

Изображение слайда

Слайд 18

Бөрйән районы Бөрйән районы тик башҡорттарҙан ғына тора тип әйтерлек. Бында ни бары бер генә урыҫ ауылы бар ( Ырғыҙлы ). Ырғыҙлы урыҫтары элекке ваҡытта крепостник-заводчиктар тарафынан Ырғыҙлыға баҡыр рудаһы сығарыу өсөн килтерелгән булғандар. Был район башҡорттары, нигеҙҙә, төп өс ырыуға бүленәләр : бөрйәндәр ( күпселек ), ҡарағай-ҡыпсаҡтар, тамьяндар. Һәр ырыуға характерлы һыҙаттар - хуш күңеллелек, ҡунаҡсыллыҡ, һуғышсанлыҡ. Ҡарағай-ҡыпсаҡтар иң һуғышсан, уҫал ырыуҙарҙан һанала. Бөрйән ра­йоны башҡорттары элек-электән йәйҙәрен йәйләүгә сығып, ҡыштарын ыҙмаға ҡайтып йәшәгәндәр. Бөрйән районы - Башҡортостандың көньяҡ, таулы урман райондарының бе­реһе. Уның иң ҙур йылғалары - Ағиҙел, Оло Нөгөш, Кесе Нөгөш, Үҙән, Бете p ә, Ҡана. Район халҡының төп шөғөлө - малсылыҡ һәм урман промышленносы. Халыҡ хужалығында һунарсылыҡ әһәмиәтле генә урын алып тора. Урмандар һәр төрлө ҡиммәтле ит, тире бирә торған йәнлектәргә бай, ҡортсолоҡ өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Урманда солоҡтар күп кенә. Һәр ырыу башҡорттары һунар итеү буйынса бай эш тәжрибәһе туплағандар. Һунарсылыҡ терминологияһы бик бай. Бөрйән районы төньяҡтан Белорет районы, төньяҡ-көнбайыштан Маҡар, көньяҡ-көнбайыштан Меләүез, көньяҡтан - Күгәрсен, Йылайыр, ә төньяҡ - көнсығыштан Әбйәлил райондары менән сикләнә. Район үҙәге - Иҫке Собханғол. Район газетаһы «Таң» башҡорт телендә сыға. Өфөгә тиклем 360 саҡрым, Стәрлетамак тимер юл станцияһына ҡәҙәр 203, Белорет тимер юлына тиклем 150 саҡрым. Башҡа райондар ме­нән бәйләнеш автомобиль юлы менән генә алып барыла. Бөрйән районы хәҙер ҙур үҙгәреш, үҫеш осорон кисерә. Бөрйән районында диалекттар Бөрйән районы башҡорттары өс ырыуҙан тороп, ике территориаль диалектта һөйләшәләр: I. Юрматы диалекты; был диалектта Бөрйән, тамьян ырыуы башҡорттары һөйләшәләр. 2. Ҡыуаҡан диалекты; был диалектта ҡарағай-ҡыпсаҡ һәм бөрйән ырыуының Яңы Мөсәт, Иҫке Мөсәт ауылдары башҡорттары һөйләшәләр. Был ике диалект эсендә үҙенсәлекле бер нисә һөйләш бар. Тамъяндар ҡыпсаҡтар кеүек һөйләшкән. Район үҙәге башҡорттары ике диалект элементтарын да ҡушып һөйләшәләр. Бөрйән районы ауылдары исемдәре Тамьян ауылдары: Мәһәҙи, Һарғая (Һарғая йылғаһын һыулай), Аҫҡар (Нөгөш йылғаһын һыулай), Брәтәк (Оло Нөгөш йылғаһын һыулай), Шахморат (хәҙер кеше йәшәмәй, Ташлы йыл­ғаһын һыулай), Ҡурғашлы (Ҡурғашлы) йылғаһын һыулай.

Изображение слайда

Слайд 19

Ҡарағай – ҡыпсаҡ ауылдары: Байғаҙы (Һәүәнәк йылғаһын һыулай), Тимер (Ағиҙел йылғаһын һыулай), Иҫке Монасип, Һарт (Ағиҙелдең ике ярына ултырған, уң яғы «Кепес», һул яғы Һарт тип атала), Яңы Монасип, Мишәр (Ағиҙел йылғаһын һыулай), Нәби (Ҡуян) Ағиҙелде ике яҡлап ултырған, Ағиҙелдең уң яғындағыһын “Ҡуян”, һул яғындағылары “Байҡаштар” тип йөрөтәләр), Байназар (Ағиҙелде һыулай), Әбделмәмбәт, (Үҙән, Ҡыпсаҡ) (Үҙән йылғаһын һыулай), Килдеғол, Һарағы (Һарағы йылғаһын һыулай), Яуымбай (Ҡайнөй йылғаһын һыулай, «Ҡайынлы өй»ҙән сыҡҡан), Мораҙым (Аратау) Имес (Ағиҙелде һыулай, тау уртаһында ултыра), Исламбай (Шәйек йылғаһын һыулай), Бикташ (Нөгөш йылғаһын һыулай), Шәйек тамағы (Шәйек йылғаһын һыулай), Ҡыҫыҡ (Ҡыҫыҡ йылғаһын һыулай). БӨРЙӘН АУЫЛДАРЫ Иҫке Собханғол (Алағуян тамағы) Алағуян йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә урынлашҡан. Яңы Собханғол, Янһары (Ҡомйылға) Ҡомйылғаны һыулай, тик ул йәй уртаһына ҡорой, шуға һыуҙы улаҡтан эсәләр. Иҫке Мөсәт ( Саҡмағош) Саҡмағош йылғаһын һыулай. Яңы Мөсәт (Алағуян башы) Алағуян йылғаһын һыулай. Ишдәүләт (Ябаҡ) Ағиҙел­де һыулай. Ярмөхәмәт (Маҙалы) Маҙалы йылғаһын һыулай. Мәндәғол Ағиҙелде һыулай, Яңы Усман (Яңы Тарыуал) Бетерә йылғаһын һыулай, Иҫке Тарыуалдан күсеп килгәндәр). Иҫке Усман (Иҫке Тарыуал) Тарыуал йылғаһын һыулай. Иҫәнғазы, Күскәрбәк (Ҡана йылғаһын һыулай). Кейекбай, Баш тире (Көргәҫ йылғаһын һыулай). Аҡбулат (Ямаш йылға­һын һыулай), Яҡшығол, Тәтегәс (хәҙер ул ауыл бөткән, Тәтегәс йылғаһын һыулаған), Ғәҙелгәрәй (Шүлгән), (Шүлгән мәмерйәһе күле эргәһендә) Шүлгән йылғаһын һыулай. Ҡыуаламат (хәҙер Аҡбулат) хәҙер Аҡбулат ауылдары күсеп килеп, Аҡбулат исеме менән йөрөй. Ҡотан (Ҡыҙыл Мәсет) ауылы Ағиҙелде һыулай, Мәҡсүт (Ыуашаш) Ыуашаш йылғаһын һыулай. Һөйөш (Мәләүез йылға­һын һыулай, хәҙер Мәләүез районына ҡарай). Түбәнге Нөгөш (Түбәнге Ямаш) Нөгөш йылға­һын һыулаған, хәҙер был ауыл юҡ. Үрге Нөгөш (Үрге Ямаш) Оло Нөгөш йылғаһын һы­улай. Ғәлиәкбәр Оло Нөгөш йылғаһын һыулай. Ҡолғана (Ҡолғаһау) Ҡолғаһау йылғаһын һыулай.

Изображение слайда

Слайд 20

Бөрйән районының топономик исемдәре тураһында Бөрйән районының күлдәре, йылғалары, тауҙары, урмандары, яландары, сау- ҡалары, ауылдары үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы, ғәжәп бай исемдәр йөрөтәләр. Һәр ер-һыу исеменең үҙенә күрә тарихы бар. Топонимик исемдәрҙең тарихи, бик боронғолары ла, яңылары ла бар. Топонимик исемдәрҙең килеп сығыу тарихына килгәндә шуны әйтергә мөмкин: топонимик исемдәрҙең килеп сығыуына сәбәпсе булып билдәле бер халыҡтың тормошондағы тарихи ваҡиғалар, ерҙең йәки һыуҙың үҙенсәлеге, ул ерҙең кемдеке булғанлығы, тәбиғәт көстәренең эшмәкәрлеге, берәй урында булып үткән ҙур булмаған эпизодик ваҡиғалар нигеҙ булып торалар. Топонимик исемдәрҙе килеп сығыу характерына ҡарап, түбәндәгесә бүлдем; билдәле бер тарихи ваҡиғалар һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан һәм шул ваҡиғаның дөрөҫлөгөн дәлилләп тороусы топонимик исемдәр: Мәсем, тау исеме, Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылмаҫ борон, ошо тау битендә башҡорт ырыуҙарын берләштергән Мәсем исемле хан йәшәгән.

Изображение слайда

Слайд 21

Аҡбулат, ауыл исеме Мәсем хан йәшәгән дәүерҙә уның Аҡбулат исемле бик ҙур бейе булған. Уның йәйләүе Ямаш йылғаһы буйында булған. Ошо йәйләү урынындағы ауылды Аҡбулат тип атағандар. Ҡара һыйыр - Мәсем тауындағы ялан исеме. Был исем да Мәсем хан йәшәгән дәүергә ҡайтып ҡала. Бөрйән ырыуы батыры Ҡарағөлөмбәт Ҡыпсаҡ ырыуы батыры Бабсаҡ бейҙе үлтерә һәм уның илен талап, халҡын ҡырып, малын ҡыуып алып китә. Бабсаҡ бейҙән ҡалған Күҫәк бей исемле малай олатаһы Уразы ханға ҡайтып, ғәскәр йыйып, Ҡарағөлөмбәткә ҡаршы яуға сыға. Ул уның ғәскәрен ҡыйратып, үҙен Мәсем тауында бер яланда тотоп ала һәм ҡара һыйырға атландырып, үҙ иленә мәсхәрәлеп алып ҡайтып китә. Ҡарағөлөмбәтте ҡара һыйырға атландырған яланға Ҡара һыйыр исемен биргәндәр. Уларҙың һәр бер туҡтап ял итеп киткән еренә Ҡара һыйырға бәйле исем биргәндәр. Иҫке Усман ерендә туҡтап ял иткән яланға ла Ҡара һыйыр исемен биргәндәр. Яңы Собханғол менән Тимер ауылдары араһында һыйыр ял иткән бер түбәне Ҡара һыйыр түбәһе тип атағандар. Яҡташыбыҙ фольклорсы-ғалим Мөхтәр Сәғитов архивынан. Ул Бөрйән районы баш ҡ орттарының территориаль ырыу картаһын да төҙөг ә н. Был карта Мөхтәр Сәғитов музейына ҡ уйыласа ҡ. Баҫмаға Башҡорт энциклопедияһының Баш редакцияһы ғилми хеҙмәткәре Фәйрузә Йомағужина әҙерләне.

Изображение слайда

Слайд 22

Ҡара һыйыр юлы Бер нисә йөҙ йыл элек ҡыпсаҡ менән бөрйән ырыуы араһында бик оҙаҡ, ҡаты һуғыш бара. Боронғо тарихтың осо сығып, бөтөнлөгө хасил булды. Маршрутын һыҙырға, тарихи ер-һыу буйлап йөрөп сығырға ғына ҡала. «Бабсаҡ менән Күсәк бей» эпосында Ҡарағөлөмбәттең үҙ атаһы түгел икәнлеген, атаһы Бабсаҡ батырҙың ҡара эсле Ҡарағөлөмбәт уғынан йәне ҡыйылғанлығын белгән Күсәк бей[1] үҫеп еткәс, атаһы өсөн бөрйәндәрҙән үс ала башлай, ата ҡонон ҡайтармаҡ булып, юҡҡа сыға. Нуғай ырыуына барып, олатаһы Түрә хандың ҡаршы килеүенә ҡарамаҫтан ғәскәр алып китә. Ҡыпсаҡ илендә йөрөп, батырҙар йыйып, хәйерсе булып кейенеп биленә ҡынлы бысаҡ тағып Ағиҙел буйлап, һораша - һораша Мәсем менән Баҙал тауҙары араһынан аҡҡан Күжә йылғаһы буй­ына килә. Ҡарағөлөмбәт бей шунда өс ҡатыны менән йәйләүҙә ятҡан була. (Хәҙерге ваҡытта Сәфәр (Науразбаев) яланы тип йөрөтәләр). Ул иһә, Ҡарағөлөмбәт бейҙең йәйләүе булыуын асыҡлай. Уның ҡаты ойотҡанды өскә бүлеп, ике өлөшөн ашап сығыуынан да Ҡарағөлөмбәт һеркелдәп ҡуя. Йәмилә, әсәһе, бер ни ҙә һиҙмәй. Күсәк ғәскәре менән үгәй атаһының ғәскәрен тар-мар итә. Бөрйәндәрҙән бер йәнде лә һау ҡалдырмаҫҡа ҡарар иткән Күсәк, мин Ҡарағөлөмбәт нәҫеленән түгел, тип инәлгәс кенә 13 йәшлек бер ҡыҙҙы иҫән ҡалдыра. Ошонан ( бер йәндән ) район исеме Бөрйән килеп сыға ла инде. Күсәк бейҙең ғәскәре Ҡарағөлөмбәтте кәбән төбөндә табып ала, хәҙер был урынды «Кәбәнташ» тип йөрөтәләр. Күсәк еңелгән Ҡарағөлөмбәтте шыр яланғас ҡалдырып, танауынан тишеп бау үткәреп, ҡара һыйырға арты менән атландырып бөрйән ырыуы ыҙма, утар, йәйләү, көҙләү, яҙлауҙар аша Ҡарасман тигән кешеһе ҡара һыйырҙы алдан етәкләп алып йөрөй. Бөрйән ырыуы йәйләүҙәре буйлап мәсхәрәләп йөрөйҙәр. Мәсем тауынан аҫта төшәләр. Тауҙан төшкән ерҙә Ҡара һыйыр яланы бар ( Ҡара һыйыр яланы ның исеме лә – ошонан ҡала), Ҡарағөлөмбәт тыуған ерҙәренән айырылғыһы килмәй. Артабанғы ҡаты яҙалауҙарҙан һәм мәсхәрләүҙәрҙән бер юлы ҡотолорға теләп, дошманынан үлем һорай. Үҙен кесегә ҡуйып: "Атай, ошо ерҙә мине сал да ҡуй!", - тип үтенгән. Ҙур бер яланды үткәндә Күсәккә Ҡарағөлөмбәт инәлә икән: «Ыҙалатма, атай, сал да ҡуй!» - тип. Ошонан яланға Атайсал исеме йәбешеп ҡалған. Ә үгәй атаһынан үҙенә атай тип көсләп әйттергән Күсәк. Ҡотан ыҙмаһының (Бөрйән юлындағы мал үлеге зыяраты) һырт яғы “Атайсал” тип йөрөтөлә. Был да үҙенә күрә мәсхәрәләү, кәмләүҙең бер юлы булған... Аҡбулат һыртынан ҡарағай-ҡыпсаҡ ерҙәренә алып китәләр. Кейекбай эргәһендәге тауҙа Ҡарағөлөмбәт ялынып, Күсәкбейҙән: «Атай, сал инде» - тип тағы инәлгән. Был урынды ла «Атайсал» тип атайҙар. Артабан Ҡарағөлөмбәтте Әтек менән Иҫке Тарыуал утарҙары буйлап алып сығалар, утарҙан 7 саҡрым алыҫлыҡта Ҡара һыйыр яланы ята. Ҡыпсаҡ ырыуына юл тотҡанда ла, ыҙманан – утарҙарҙа, йәйләү-көҙләүҙәрҙә Күсәк бейҙең ҡәүеме мәсхәрәләп йөрөткән, Янһары, Иҫке Мөсәт, Тимер ыҙмалары (хәҙерге оло юл буйы) һырты өҫтөндә Ҡара һыйыр һырты тигән урын бар.

Изображение слайда

Слайд 23

Ҡарағөлөмбәткә һыйыр өҫтөндә артына ҡарап ултырғас, Бейгилде яланына юл төшкән тауҙы бик ыҙалап төшөргә килгән. “Уй, ниндәй бәләгә тарыным бит”, - тип зарланған. Шунан тауҙы Бәләтар (Бәләгә тарыу) тип әйткәндәр. Шишмә янына ялға туҡтағанда, (элекке “Ҡыҙыл-таң” колхозы ҡымыҙныйы) Ҡарағоләмбәтте, соҡор ҡаҙып, шунда төшөрөп, һаҡ ҡуялар. Теге төндә оло ярауға һораған. Күҫәк «Ҡыпсаҡ ырыуының ерен бысратма, усыңа ит тә, үҙ ереңә сорға (ташла)» тигән. Еҫенә түҙә алмай, ярауын алып йылғаға ырғыта. Ошо ваҡиғанан һуң яланды Бейгилде (Бей килде), ә йылғаны – Буҡсырға (Буҡсорға ) йылғаһы тип атай башлағандар. Ҡарағөлөмбәт шулай төндө уҙғарғас, ҡыпсаҡ ауылдары аша бөрйән ырыуы бей ярҙамсыһы Ҡарасман тигән кеше алып йөрөй (бер үҙе түгел) Байназар ауылында (дауахана тәңгәлендәге) кисеүҙән алып сығалар. Хәҙер был кисеү «Бей кисеүе» тип атала. Ҡыпсаҡ ырыуы төп йортона утар, йәйләүҙәр аша юл тоталар. Ары Көрәште тауы. Был тау башында Беҙҙең батыр Ҡара батырға (Ҡарағөлөмбәт): "Минең менән көрәш, еңһәң, иреккә ебәрәм", ти икән. Үҙе уң ҡулын кәүҙәһенә ҡуша бәйҙәтә. Көрәшә башлай былар. Күсәкбей Ҡарағөләмбәт батырҙы йыға һуға ла өҫтөнә менеп утыра. Артабан китәләр. Ул яҡта “Ҡара һыйыр үлгән”, - тиҙәр. Ҡара һыйыр үлгән исемле кисеүе лә бар. Көрәштенән Ҡара батырҙы ҡара һыйырға атландырып алып киткән, күрәһең. Шул ерҙә һыйыры үлгәндер. (Килдеғол, Әхмәт, Ҡолғана ауылдары араһында ята). “Ҡара һыйырҙан һуң Күсәкбей Ҡарағөлөмбәтте, ҡыҙыл һыйырға атландырып, Һарағы ға килтерә. Килдеғол ауылынан өс ярым саҡырым алыҫлыҡтағы ерҙе “Ҡыҙыл һыйыр” тип йөрөтәләр. Йәйләүҙәге көллө кеше күрһен тип, Өмбәт кә алып бара”, - тиелә унда. (Башҡорт халыҡ ижады. Өфө, 1980й.,155 бит). Өмбәттә халыҡ мыжғып тора, ти: бесән эштәгәндәр, ураҡта ятҡандар. Ҡара батырға ҡәһәр әйткәндәр. Ары китә былар. Юл оҙон, көн ауыр, эҫе. Ныҡ арығандар былар. Артабан Ҡолғанаға, Һарғаяға табан алып китә. Ҡарағөләмбәт бик ныҡ яфалана, түҙә алмай. Бер йылға янына туҡтайҙар. Ҡарасманға Ҡарағөләмбәт ялбара: Мине былай ыҙалатып, язалап алып йөрөгәнсе, сал да ҡуй, ти. Ҡарасман түрәһенә теймәй. Беҙҙең батыр ҙа тейҙермәйҙер инде, ары китә былар. Шунан был туҡтаған йылғаны (ҡурсаулыҡ яғындараҡ) “Ҡарасмансал” тип йөрөтәләр. Һарғая яғынан өрөлтөп Яуымбай ауылына, унан Байназар ауылына Ҡурыуҙы тауына алып барып, ҙур ҡаҙан аҫтына ут яғып, дошманын ҡура Беҙҙең батыр (Күсәк бей). Ҡаҙанда ҡурып, өс тапҡыр итен сәйнәп төкөрә лә: «Ҡон алынды!» - ти. Шунан бирле был Байназар тауын «Ҡурыуҙы» тип йөрөтәләр. Күсәкбей ғәскәре менән Ҡурыуҙынан төшөп, Кәлтәгәү тамағынан үргә барып, Тарағы яланында олатаһының ғәскәрен тарата. Күсәкбей: «Һеҙ таралығыҙ, мин бында батыр булып ҡалам,» -ти. Хәҙер ошо урын «Тарағы яланы», ә ғәскәр үтеп сығып киткән урын «Үтәнәк» тип атала. Информанттар: Мөнир Фәйҙуллин, Ғәлимйән Ишбулатов. “Күсәк бей” - Йәйләү, көҙләү, яҙлауҙан йә утарға, йә ыҙмаға күскән ваҡытта ҡатын-ҡыҙ бәпес тапҡанға әйтелгән һүҙ исем. Ыҙма – ауыл тигәнде аңлата. Аллабирҙин Дамир Зиннәт улы

Изображение слайда

Последний слайд презентации: Баш ҡ ортостан Республика һ ы Бөрйән районы Муниципаль районы ның Иҫке

Авторҙан Проект етәксеһе китапты нәшер итеүгә булышлыҡ иткән Бөрйән районы ауылдарының ер-һыу атамалары мәҡәләләрен йыйыусы, туплаусы Бөрйән районының “Таң” гәзите хеҙмәткәрҙәре Баһауетдинова Таңһылыу Сәйфетдин ҡыҙы менән Ғарифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙына, мәҡәлә авторҙарына, уларҙың информаторҙарына, яҙып алыусыларына һәм етәкселәренә, тарих һәм тел уҡытыусыларына, редакция коллегияһылары: Шәрипов Р. Б. – Бөрйән районының Мәғариф бүлеге начальнигы, х әрби-патриотик ойошмаһы етәксеһе, Монасипова Г.М. – Өфө ҡалаһының М.Исҡужин исемендәге 136- c ы лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Аллабирҙина Х.А. – Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусыһы, Бикбаева В. Ә. – Урал аръяғы агросәнәғәт колледженың Иҫке Собханғол филиалы уҡытыусыһы, шәхсән Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов, Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығының с оциаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айҙар Таштимер улына Әлибәковҡа ҙур рәхмәтен белдерә.

Изображение слайда

Похожие презентации