Первый слайд презентации: Башҡорт милли аштары
Слайд 2
Тереклек итеүҙең төп сығанағы булып туҡланыу тора.Башҡорт халҡы борон-борондан аш-һыуға ныҡ иғтибарлы булған, уны бөхтә, талапсан, үҙенә генә хас оҫталыҡ менән әҙерләгән.Тәбиғәт тарафынан бирелгән һәр мөмкинлекте файҙалана белгән ғәзиз халҡым.
Слайд 3: Башҡорт милли аштары
Баш ҡорт милли аштары үҙенең төрлөлөгө менән айырылып тора. Башҡорттарҙа ҡамыр аштары ла, һөт һ әм иттән әҙерләнгән аштар ҙа урын алған.
Слайд 4: Ҡунаҡтарҙы ҡаршылау
Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы икмәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршылау ҙа башҡорттарҙа борондан килгән йола.
Слайд 5: Башҡорт балы
Башҡорт балы үҙенең һәйбәт сифаттары менән бөтә ер йөҙөндә дан тота.
Слайд 6: Башҡорт ҡымыҙы
Башҡорт халҡы борон замандарҙа уҡ йылҡы аҫраған, бейә һөтөнән ҡымыҙ эшләгән. Ҡымыҙ – файҙалы эсемлек.Ул һыуһынды ҡандыра, үпкә ауырыуҙарын дауалай.
Слайд 7: Һөттән яһалған аҙыҡтар
Милли аш-һыу башҡорттарҙа малсылыҡ хужалығы нигеҙендә барлыҡҡа килә.Һөт һәм һөттән яһалған ризыҡтар мөһим аҙыҡ булған.
Слайд 8
Һөттө айыртып, ҡаймаҡ, ҡаймаҡтан май яһағандар.Ҡышҡылыҡҡа сейәмайлағандар. Айыртылған һөттән ҡатыҡ ойотҡандар.Ҡатыҡтан йәй көндәрендә айран яһап эскәндәр.Ул һыуһынды ҡандыра.
Слайд 9: Ҡорот
Ҡатыҡты ҡайнатып, ҡорот эшләгәндәр һәм һурпаны ҡоротлап эскәндәр.Ҡоротто ҡышҡылыҡҡа киптереп алып ҡалғандар, сөнки ул бик файҙалы.
Слайд 10: Итле ризыҡтар.Ҡаҙылыҡ
Башҡорттарҙың милли аш-һыуында итле ризыҡтар ҙур урын тотҡан. Иттән тултырма, ҡаҙылыҡ эшләгәндәр. Ҡаҙылыҡ йылҡы малының ас эсәгенән яртылаш ит, яртылаш ҡаҙы майы тултырылып эшләнә.
Слайд 11: Бишбармаҡ
Бишбармаҡ, ғәҙәттә, һарыҡ итенән бешерәләр. Итте эре киҫәкләп бешерәләр һәм һурпаһында һалма ҡайнаталар. Тәүҙә табынға һалма менән ит, ә аҙаҡтан ҡоротло һурпа бирәләр.
Слайд 12: Ҡуллама
Дүрткел итеп ҡырҡылған эре һалма, һимеҙ ит һәм картуф менән һәр кешегә айырым бирелә. Ә һурпаһы, ҡорот, һуған ҡушылып, кәсәлә йә туҫтаҡта тәҡдим ителә.
Слайд 13: Ҡамыр аштары
Башҡорт милли-аш һыуҙары араһында ҡамыр аштары үҙенең төрлөлөгө менән айырыла.Улар араһында көл икмәге,әсе икмәк, көлсә, бауырһаҡ,ҡыҫтыбый, ҡош теле, ләүәш, ваҡ бәлеш һәм башҡалар.
Слайд 14: Ҡыҫтыбый
Был аш төрө өсөн иң тәүҙә ҡамыр баҫып ҡоймаҡ бешерәләр. Һуңынан эслеге өсөн тары бутҡаһы йә булмаһа картуфты бешереп иҙәләр.Эслеген һалғас, ҡоймаҡтарҙы тағы ла майлайҙар.
Слайд 15: Ваҡ бәлештәр
Сөсө ҡамырҙы тышлыҡ итеп, эсенә ваҡ итеп туралған картуф менән ит һалалар һәм мейестә бешерәләр.
Слайд 16: Бауырһаҡ
Башҡорт халҡы элек-электән ҡунаҡсыл халыҡ булған. Уныҡ һый түрен һәр ваҡыт бауырһаҡ биҙәп торған.